Кудабаева Зумрат Ялаловна
сайт инструктора по физической культуре МАДОУ ЦРР ДС "Бэпембэ"
села Акъяр МР Хайбуллинский район РБ
Новости

" Белем көнө "
Балалар баҡсаһында “Белем көнө” тип аталған байрам булып үтте. Балаларға ҡунаҡҡа Шипокляк килде. Уның менән бергә балалар “Һандар” һәм “Хәрефтәр” командаларына бүленеп төрлө һынауҙар үттеләр :йомаҡтар сисеү, мәктәп кәрәк- яраҡтары менән
шыршы биҙәнеләр һәм башҡа уйындар аша, үҙҙәренең белемдәрен тикшерҙеләр.
Йөкмәткеле һәм күңелле сара балаларҙың күңелен күтәрҙе.





" Һаулыҡ байрамы "
Беҙҙең баҡсала байрам -
Һаулыҡ байрамы:
Көрәш, ярыш, көс һынаш,
Күнекмәләр дауамы.
26 июль балалар баҡсаһында "Һаулыҡ байрамы" үтте! Байрамда Сыныҡҡанов һәм доктор Айболит әкиәт персонаждары ҡатнашты. Бөтә төркөм тәрбиәләнеүселәре төрлө уйындарҙа, эстафеталарҙа һәм Сыныҡҡанов менән бергә флешмобта актив ҡатнаштылар.
"Х әрәкәттә - бәрәкәт! "
"Көнбағыш" өлкәндәр төркөмөндә "Хәрәкәттә-бәрәкәт" исеме аҫтында спорт уйындары ойошторолдо. Сәпкә ташлау, тиҙлек, иптәшеңә ярҙам итеү кеүегерәк уйындарҙа ҙур теләк менән ҡатнаштылар.
“ Хәүефһеҙлек көнө”
Беҙҙең балалар баҡсаһында “Хәүефһеҙлек көнө” үткәрелде.
Ошоға бәйле төркөмдәрҙә балалар менән тематик әңгәмәләр, төрлө дидактик уйындар үткәрелде, балалар йомаҡтар, шиғырҙар, хәүефһеҙлек ҡағиҙәлерен өйрәнде.
Аҙналыҡты йомғаҡлап, “Аҡбуҙат” өлкәндәр һәм “Көнбағыш” уртансылар төркөмдәрендә “Хәүефһеҙлек әлифбаһы” сараһы үтте. Сара барышында балалар төрлө бәйгеләрҙә үҙҙәренең белемдәрен күрһәттеләр.
Балалар ошо саранан үҙҙәренә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, үҙ һаулығына һаҡсыл ҡарарға өйрәнделәр.
“Күңелле старттар”
Беҙҙең балалар баҡсаһында “Хәүефһеҙлек көнө” үткәрелде.
Ошоға бәйле төркөмдәрҙә балалар менән тематик әңгәмәләр, төрлө дидактик уйындар үткәрелде, балалар йомаҡтар, шиғырҙар, хәүефһеҙлек ҡағиҙәлерен өйрәнде.
Аҙналыҡты йомғаҡлап, “Аҡбуҙат” өлкәндәр һәм “Көнбағыш” уртансылар төркөмдәрендә “Хәүефһеҙлек әлифбаһы” сараһы үтте. Сара барышында балалар төрлө бәйгеләрҙә үҙҙәренең белемдәрен күрһәттеләр.
Балалар ошо саранан үҙҙәренә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, үҙ һаулығына һаҡсыл ҡарарға өйрәнделәр.
«Йондоҙ менән зарядка»
Аҡбуҙат өлкәндәр төркөмө балалары һәм тәрбиәселәр,ял паркында ойошторолған «Йондоҙ менән зарядка» проектында ҡатнашты.
"Баҡсала - балалар һабантуйы"

Йәмле май айының һуңғы көндәрендә кескәйҙәрҙә халыҡ йолаларына һөйөү уятыу, уның традицияларын дауам итеүгә ынтылыш тәрбиәләү, балаларҙы физик яҡтан камиллаштырыу маҡсатында балалар һабантуйы үткәрелде . Һабантуйға барығыҙ, Ҡотлап бүләк һалып, Ҙур бәйгегә был байлыҡ,- тип ҡолға тотҡан малайҙар, төркөмдәрҙе һабантуйға саҡырып, һөлгө йыйҙылар.Һәр төркөм үҙенең йәйге верандаларын байрамса биҙәне. Балалар ҙа ололар ҙа бүләккә алып килгән яулыҡ,таҫма,таҫтамал,ҡулъяулыҡ һәм башҡа әйберҙәрҙе ҡолғаға бәйләп, теләктәр әйттеләр.
Һабантуй байрамы - боронғо башҡорт йолаларының береһе, ул хеҙмәт байрамы. Балаларға уның тураһында тәрбиәселәр һөйләп үттеләр, балалар шиғырҙар аша еткерҙеләр. Һабантуйҙа балалар башҡорт халҡының милли бәйгеләрендә ҡыҙҙар “Биҙрәләр менән һыу ташыуҙа, ә малайҙар «Ат сабышы»нда етеҙлектә көс һынаштылар. Бөтәһе өсөн дә «Тоҡ менән һуғышыу», «Тоҡ кейеп йүгереү", “ Йомортҡа менән югереү”, “Арҡан тартышыу” ярыштары күңелле булды. Балалар бөтә ярыштарҙың һөҙөмтәләре буйынса бүләктәр алып ҡыуандылар. Байрам балаларҙың күңелле йыр-бейеүҙәре , шиғырҙар менән үрелеп барҙы.
Балалар һабантуйы бик матур үтте. Һуңынан барыһы ла байрам табынында әсәйҙәр алып килгән тәмлекәстәр менән һыйландылар.

“Һаулыҡ - ҙур байлыҡ” аҙналығы
Беҙҙең балалар баҡсаһында “Һаулыҡ-ҙур байлыҡ” аҙналығы үтте.
Аҙналыҡтың маҡсаты: Сәләмәт тормош рәүеше тураһында балаларҙың белемдәрен киңәйтеү. Сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһим компоненттары: дөрөҫ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеү,көн тәртибен, таҙалыҡ -гигиена ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәү һәм һаулыҡҡа зыян килтереүсе факторҙар тураһында күҙаллауҙарын киңәйтеү.
Төркөмдәрҙә балалар менән тематик әңгәмәләр, төрлө дидактик уйындар үткәрелде, балалар йомаҡтар, шиғырҙар өйрәнде.
Был аҙнаны йомғаҡлап “Аҡбуҙат” өлкәндәр, “Аҡ сәскә” һәм “Ҡыңғырау” мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәрендә
«Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ” сараһы үтте.
Сара барышында балалар төрлө бәйгеләрҙә үҙҙәренең белемдәрен күрһәттеләр.
Был сара балалар өсөн бик ҡыуаныслы һәм фәһемле булды.

Мастер - класс для педагогов : «От движения к здоровью»
«Кинезиологические упражнения как вид
здоровьесберегающих технологий»
Мозг, хорошо устроенный, стоит больше,
чем мозг, хорошо наполненный.
Мишель де Монтень.
На районном методическом объединение воспитателей и специалистов ДОО делилась опытом работы по применению кинезиологических упражнений в работе с детьми разных возрастов.
Ознакомила методами и приемами, которые вызывают у дошкольников особый интерес и положительные эмоции: плетение собирание счетных палочек одноименными пальцами рук, скатывание тесьмы и прокатывание мячей по лабиринтам одновременно обеими руками, рисование в воздухе «лежащей восьмерки», зеркальное рисование.
Коллеги заинтересовались практикой работы по здоровьесберегающий технологии и в свою очередь готовы перенять данный опыт для активного использования в своей работе.

«Педагог года - 2019»
На муниципальном конкурсе "Педагог года - 2019". Воспитатель Кудабаева Зумрат Ялаловна представляла наш детский сад. В первом заочном туре, который прошел 17 сентября, на суд жюри выставлена интернет-страница Кудабаевой Зумрат Ялаловны. Во втором очном туре показала организованная образовательная деятельность на тему «Пожарные учения» в старшей группе детского сада "Йәйғор" с. Акъяр.
На третьем очном туре конкурса, на котором конкурсанты представляли публичное выступление «Педагогическая находка» и мастер-класс перед коллегами и членами жюри. Кудабаева Зумрат Ялаловна демонстрировала свой опыт работы по применению здоровьесберегающей технологии. Жюри оценивало оригинальность, практичность, доступность применения и соответствие требованиям ФГОС ДО.
Третий тур муниципального конкурса «Педагог года - 2019» продолжился в форме профессионального разговора за круглым столом с начальником Управления образования Сиражитдиновым Ю.Д., на котором приняли участие все участники. В ходе круглого стола конкурсанты говорили о проблемах, путях решения и перспективах развития дошкольного образования в районе.
Завершилось мероприятие торжественным мероприятием и награждением победителей профессионального конкурса «Педагог года - 2019».
В результате Кудабаева Зумрат Ялаловна стала победителем! Поздравляем! Желаем удачи в республиканском профессиональном конкурсе «Педагог года - 2019», на котором Кудабаева Зумрат Ялаловна будет представлять наш район!

«Пожарные учения»
На помощь скорее
Пожарный спешит.
Докажет на деле –
Не лыком он шит.
Пожарная безопасность – это один из главных критериев уровня жизни человека, а для маленького и неопытного ребенка безопасный образ жизни гарантирует здоровье и счастливое будущее. Провели организованную образовательную деятельность на тему: «Пожарные учения» в старшей группе детского сада.
В гости к детям приходил Пожарник со своими играми и заданиями. Конечно же, дети дошкольного возраста не всегда находят безопасное решение в той или иной ситуации. Это решение им нужно подсказать. Таким образом, мы педагоги через игры, проблемные ситуации объясняли и повторяли о правилах безопасного поведения дома, в быту и на природе.

«Һаулыҡ көнө»
«Һаулыҡ – ҙур байлыҡ» тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән, һаулыҡ беҙҙең көнитмешебеҙ, йәшәйешебеҙ менән бәйләнгән. Балаларҙы тормошона, һаулығына битараф булмауҙы, сәләмәт тормош алып барыуҙы балалар баҡсаһы тәрбиәләй.
Беҙҙең балалар баҡсаһы әүҙем эш алып бара. 27 сентябрь көнө баҡсабыҙҙа «Һаулыҡ көнө» үтте. Балалар өсөн көҙгө кросс уҙғарылды. Ярыштан һуң өлкәндәр төркөмө төрлө уйындар уйнанылар , ә кескәйҙәр өсөн «Күңелле старттар» уйыны ойошторолдо.